Фольклорный праздник "Ҡорама ҡороу"
Апрель 16, 2025
Просмотров: 3
26 март «Тирмәкәй» балалар баҡсаһында «Ҡорама ҡорау» байрамы үтте. Был сараға мәктәпкәсә белем биреү буйынса мәғариф идаралығы методисы Аскарова Динара Рауил ҡыҙы һәм башҡорт төркөмдәренең ҡала кимәлендәге берекмәһе тәрбиәселәре саҡырылды.
Байрам башҡорт халҡының боронғо кәсебе менән таныштырыуға көс һалыу менән үҙенсәлекле булды . Хәҙерге вакытта, был зауыҡлы әйберҙәр: буй юрған, яҫтыҡ, янсыҡтар, урындыҡ һәм ултырғыс япмалары бик һирәк ғаиләләрҙә генә ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана.Ҡорама ҡорау- бик оҡшаһа ла, ваҡыт етмәү сәбәпле, был ҡул эше менән күптәр шөғөлләнә алмайҙар. Ә беҙ, тәрбиәселәр – балаларҙа ҡорама ҡорау тарихына, боронғо башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары кәсебенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, матурлыҡты күрә һәм тоя белеү маҡсатында ойошторолдо ла инде был байрамды. Байрам йыр-бейеүҙәр, таҡмаҡ, шиғырҙар, әйтем һәм уйындар менән һуғарылды. Балалар баҡсаһында был байрамды үткәреү бик тә мөһим: беренсенән, беҙ быуындар бәйләнешен нығытһаҡ, икенсенән, онотолоп барған шөғөл урынына барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырҙыҡ. Һәм, әлбиттә, байрамдың йәме булып, коллектив ҡул эштәре урын алды.